Аҡыллы светофор

Тулыраҡ: Аҡыллы светофор

Өфөлә ярты йыл элек “аҡыллы” светофор һынауға сығарылғайны. Проектты “Уфагорсвет” предприятиеһы «Корда Групп» ойошмаһы менән берлектә атҡарҙы. Һынау өсөн Октябрь проспекты һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелеше һайланды. Транспорт детекторҙары, контроллер ярҙамында махсус программа светофор менән идара итә. Ул транспорт детекторҙарынан килгән мәғлүмәтте идара итеү режимына яраҡлаштыра һәм светофор төҫтәренең янып-һүнеү ваҡытын билдәләй. Һөҙөмтәлә тығындар кәмей, юлдар буш булған ваҡытта водителдәргә киҫелештә оҙаҡ торорға кәрәкмәй, шау-шыу кәмей. Хатта экологик яҡтан да файҙалы был система – атмосфера транспорт төтөнөнән аҙыраҡ зарар күрә. Башҡортостандың транспорт дирекцияһы интеллектлы транспорт системаһын артабан бөтә республикала ҡулланырға ниәтләй. Проектҡа халыҡ иҫәбе 300 меңдән ашҡан ҡалалар инә.