Өфө моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә авиация белгестәрен әҙерләүсе илдәге тәүге үҙәк асылды. Башҡортостан менән “Ростех” дәүләт корпорацияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу Башҡортостанға бына ошондай мөмкинлек бирҙе. Үҙәкте асыу тантанаһында дәүләт корпорацияһының авиация комплексы етәксеһе Анатолий Сердюков һәм Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Йыл һайын үҙәктә 2 мең хеҙмәткәр белемен камиллаштырасаҡ. Ҡасандыр иҡтисади белем алғандан һуң, Шамил Ишмәтов сауҙа өлкәһендә эшләгән. Әммә ярты йыл элек үҙенең ғүмерен авиатөҙөлөш менән бәйләргә ҡарар итә. Бөгөн уҡыусы һәм оҫта бергәләшеп авиация белгестәрен әҙерләүсе үҙәктең яңы ҡоролмалары менән таныша. Ростех дәүләт корпорацияһының авиация белгестәрен әҙерләү үҙәге – ул 14 мең квадрат метрҙа урынлашҡан етештереү цехтары ғына түгел, аудиториялар, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу лабораториялары ла. Яңы бинаның тәүге нигеҙ ташын 2020 йылдың июль айында һалған инеләр. Бер йылдан һуң үҙәк тәүге уҡыусыларын ҡабул итергә әҙер. Уҡыу-производство үҙәген асыу тантанһында “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков һәм Башҡортостан хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Хеҙмәт баҙары үҙгәрә. Яңы кадрҙар ҙа ошо заманса талаптарға яуап бирергә тейеш. Үҙәктә йыл һайын ике меңгә яҡын хеҙмәткәр бер юлы бер-нисә һөнәр үҙләштерә ала. Үҙенсәлеге шунда: бында киң профилле авиация белгестәрен әҙерләйәсәктәр. Тимәк, үҙәктә уҡып сыҡҡан кеше бер генә түгел, дүрт, хатта алты һөнәргә эйә була ала. Проектың инвестиция күләме — 2,5 миллиард һум. Бөгөн үҙәк белгестәрҙе әҙерләүгә тулыһынса әҙер. Уҡыуҙар, ғәҙәттәгесә, белем көнөнән, 1 сентрябрҙән башлана.
Өфөлә авиация белгестәрен әҙерләүсе илдәге тәүге үҙәк асылды
Тулыраҡ: Өфөлә авиация белгестәрен әҙерләүсе илдәге тәүге үҙәк асылды