“Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты Өфөгә берегеп китерме?

Тулыраҡ: “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты Өфөгә берегеп китерме?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты финалының эшлекле программаһы сиктәрендәге пленар ултырышта Өфөнө WorldSkills Россия финалын уҙғарыу өсөн даими майҙансыҡ итеп ҡалдырырға тәҡдим итте. Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының генераль директоры Роберт Уразов тәҡдимде хупланы һәм уны ентекләп өйрәнергә вәғәҙәләне. «Торатау» конгресс-холында уҙған пленар ултырышта чемпионаттың Рәсәйҙә милли проекттарҙы һәм сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға индергән өлөшө тураһында фекер алышынды. Милли чемпионат финалы йәш һөнәрмәндәр паркында үтә. Башҡортостан ландшафт биҙәүселәре Ворлдскиллс Рәсәй милли чемпионатында тәүге тапҡыр ҡатнаша. Өфө урман хужалығы колледжының өсөнсө курс студенты Дания Сирбаева ярыштарҙың төбәк этабында еңеү яулап финалға сыҡҡан. Маҡсаты, әлбиттә, тик еңеү.Ландшафт биҙәүселәр 17 сәғәт эсендә кесе баҡса ҡороу йөкләмәһен алған. Ерҙе тигеҙләп ағас-ҡыуаҡ ултыртырға, ташлы майҙансыҡ һалырға, терәк диуар ҡуйырға, һыу ятҡылығы яһап фонтан урғылтырға кәрәк. Еңеүсе дәрәжәһен ҡаҙаныр өсөн илдең тиҫтәгә яҡын төбәгенән йыйылған 16 команда араһында иң оҫта икәнеңде танытыу мотлаҡ. Дизайнер командалары, башлыса, ҡыҙҙарҙан торһа, электрмонтажлаусы һөнәрен ғәҙәттә егеттәр һайлай тигән фекер нығынған. Йәш һөнәрмән Елена Жучкина уны инҡар итә. Томск ҡыҙы - Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, ә быйыл Ворлдскиллс Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Электр монтажлаусы һөнәре һәр саҡ буласаҡ, тигән өмөтлө күҙаллауҙарҙы табиптар хаҡында ла әйтергә кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен чемпионатта ярышсылар ғына түгел, ә йәш һөнәрмәндәр йыйынында ҡатнашҡан һәр кем сәләмәтеге һағына баҫҡан тәжрибәле белгестәр ҙә таныта. Пандемия сәбәпле иҫкәртеү саралары ғәмәлдә. Буласаҡ фельдшер һәм шәфҡәт туташтары өсөн иһә чемпионат һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу сараһы.Эстетик косметология һөнәрен һайлағандар ҙа аҡ халат кейә, әммә компетенцияның медицинаға бер өлөшө генә бәйле. Был йәштәр матурлыҡ индустрияһын таныта. Йәш һөнәрмәндәр паркында Рәсәйҙең 76 төбәгенән йыйылған 2 меңгә яҡын студент һәм уҡыусы ғөмүмән 105 төрлө һөнәр буйынса оҫталыҡ күрһәтә. Ярыштар өс көнгә сәғәтләп бүленгән. Был павильонда ярышсылар юҡ. Ошо ҡорамалдар һәм техникала теләгән һәр кем теләгән бер һөнәр һынап ҡарай ала. Буласаҡ һөнәрмәндәр һәм уҡыусыларҙы бында мауыҡтырғыс мәлдәр көтә, бына ошо тракторҙы, мәҫәлән үҙең йөрөтөп ҡарарға мөмкин.Чемпионат майҙаны мәртәбәле ярыштар һәм заманса һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн асыҡ. Мәктәп уҡыусылары, үҫмерҙәр, мауығыусан кешеләр йәш һөнәрмәндәр паркында көтөп алынған ҡунаҡ. Йәш һөнәрмәндәр паркында көтөп алынған ҡунаҡтарҙың иң абруйлылары ла булды. Республика башлығы Радий Хәбиров “Геоскан” компаниялар төркөмө майҙансығында пилотһыҙ вертолеттар һәм аэротакси етештереү мөмкинлектәренә баһа бирҙе. Геоскандың Өфөләге предприятиеһы 2021 йылда тауар етештерә башлап республиканың авиация кластерына ҡушылды. Проектты бойомға ашырыу йүнәлештәре сираттағы Инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Радий Хәбиров Авиация университеты стенды менән танышты. Ауыл хужалығы техникаһын файҙаланыу компетенцияһы эксперттары менән дә аралашты. “Умартасылыҡ” компетенцияһында финалда ҡатнашыу хоҡуғын Рәсәйҙең алты төбәге һөнәрмәндәре яулаған. Улар араһында Башҡортостан данын яҡлаған Мишкә аграр сәнәғәт колледжы студенты Вадим Мортазин да бар. Республика башлығы ярышсыларға еңеү теләне. Радий Хәбиров төҙөлөш, материалдар етештереү компетенциялары, “Һөнәр һынап ҡара” майҙанын, чемпионатта ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр өсөн туҡланыу сатырҙарын ҡараны. Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы генераль директоры Робер Уразов чемпионаттың финалын ойоштороу кимәленә юғары баһа бирҙе. Вордлскиллс Рәсәй Милли чемпионаты йәштәргә яратҡан һөнәр һайларға, һөнәри оҫталыҡҡа өлгәшергә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай. Ғәҙел ярышта ҡатнашып мәртәбәле баһа алған йәш һөнәрмәндәр артабан камиллашыу, яңы алымдар уйлап табыу һәм эшен ижади ҡараш менән башҡарыу теләген нығыта. Радий Хәбиров Милли чемпионат финалы сиктәрендә үткән пленар ултырышта Өфөнө Йәш һөнәрмәндәрҙең йомғаҡлау ярыштарын үткәреүҙең даими майҙаны булараҡ файҙаланырға тәҡдим итте.