15 кеше йорт туйланы. Биш йылдан ашыу фатир көткән йәштәр, ниһайәт, асҡыстарын алды. Яңы төҙөлгән заманса йортта йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: ремонт эшләнгән, сантехника ҡуйылған һәм бөтә кәрәкле коммуникациялар үткәрелгән. Республикала һуңғы йылдарҙа етемдәргә торлаҡ бүлеүҙә ыңғай үҙгәреш күҙәтелә. 2021 йылда ғына социаль торлаҡ алыуға төбәктә 900 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлығы ике йөҙҙән ашыу етем бала социаль фатир алыуға сиратта тора. Ике йыл эсендә генә республика прокуратураһы урындағы хакимиәт менән берлектә 54 етемгә торлаҡ алырға ярҙам иткән. Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғы элеккесә мөһим булып ҡала һәм был мәсьәләне эҙмә-эҙлекле хәл итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе республика прокуратураһы махсус күҙәтеүгә алған.
Стәрлетамаҡта етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды