Иңгә иң терәп ер-һыуыбыҙҙың таҙалығы хаҡына

Тулыраҡ: Иңгә иң терәп ер-һыуыбыҙҙың таҙалығы хаҡына

Август башында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ирекмәндәр "Таҙа Арктика" проекты сиктәрендә Таймыр һәм Ямал ярымутрауҙарынан 43 кубометр яғыулыҡ ҡалдыҡтарын һәм 20 тоннанан артыҡ металлолом сығарған. Арктиканы таҙартыусылар араһында Башҡортостан егете лә бар. 10 көн дауамында илебеҙҙең төрлө төбәгенән йыйылған 15 ирекмән Карск диңгеҙе ярын һәм Харасавэй вахта ҡасабаһы эргәһен сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнашты. Эш еңел түгел, шуға ла бында физик әҙерлеге яҡшы булған 20 йәштән 45 йәшкәсә ир-егеттәр генә һайлап алынған. Ул ғына ла түгел, был егеттәрҙең күбеһе Карелиялағы янғындарҙа, Ҡырымды һыу баҫҡан мәлдә ярҙам күрһәткән волонтерҙар. Улар араһында Октябрьский ҡалаһынан 26 йәшлек Рөстәм Сәләхетдинов та бар. "Таҙа Арктика" проектында ул тәүге тапҡыр ҡатнаша. Йәш ғалим, химик өсөн был мөһим һәм ҡыҙыҡлы тәжрибә. Арктикала климаттың ҡырыҫлығы һәм һаҙлыҡ урындан ауыр йөк ташыусы ирекмәндәрҙән ярайһы ғына сыҙамлыҡ талап итә. Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы арҡаһында ярҙы сүптән таҙартыусыларға үҙе мәнән бихисап әйбер йөрөтәргә тура килгән. Көтмәгәндә аҡ айыуҙар осрауы бар, шул саҡ рюкзактарҙың ауырлығы һиҙелә лә инде, тип йылмая Рөстәм."Таҙа Арктика" проектының авторҙары боҙватҡыс капитандары Дмитрий Лобусов һәм Геннадий Антохин. Маҡсаты — дөйөм тырышлыҡ менән Алыҫ Төнъяҡты 60 йыл дауамында йыйылған сүп-сарҙан таҙартыу. 10 көн дауамында проектта ҡатнашыусыдар Таймыр һәм Ямал ярымутрауҙарынан 43 кубометр яғыулыҡ ҡалдыҡтарын һәм 20 тоннанан артыҡ металлолом сығарған. Ә тиҙҙән Ямал-Ненец автономиялы округына "Таҙа Арктика" проектында ҡатнашыусыларҙың сираттағы төркөмө юллана.