Теге йәки был биләмәне һыу баҫыуы тураһында тәүге мәғлүмәттәр ҙә бар. Өфөнөң Калинин районында Шугуровка йылғаһы ташыу сәбәпле Шаҡшаны шәхси сектор менән бәйләүсе юл ябылды. Күптәр уның аша Сельская Богородская, Трамвай урамдарына сыға ине. Юл ябылғанлыҡтан бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Шаҡшанан Черниковкалағы Вологодский урамына сыҡҡан киҫелештә ҙур тығындар күҙәтелде.
Республикала яҙғы ташҡын башланды
Тулыраҡ: Республикала яҙғы ташҡын башланды