Йәшлеккә табан түгел шул, Америка Ҡушма Штаттарындағы Миссисипи Яңы Орлеан тирәһендә ағым йүнәлешен үҙгәрткән. Луизиана штатының яр буйында шашҡан “Ида” ҡойоно ҙур йылғаны секундына метр ярым тиҙлектә кире ағырға мәжбүр иткән. Был хаҡта Америка Ҡушма Штаттарының Геология хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә таянып CNN телекомпанияһы хәбәр итте. Мексика ҡултығында яр буйына ябырылған дауыл диңгеҙ тулҡындарын ҙур күләмдә күтәреп Миссисипи үҙәненә ҡыуған. Һөҙөмтәлә йылға кимәле ике метрҙан ашыуға күтәрелгән һәм һыуҙар кирегә аҡҡан. Көслө ел сәбәпле ағымын алмаштырған Миссисипи хәҙер тирә-яҡҡа һыу баҫыу хәүефе менән янай. Америка телеканалдары “Ида” ҡойоно емергән йорттар, тамыры менән йолҡоп алынған ағастар, электр сымдары өҙөлөү сәбәпле 450 меңгә яҡын ҡулланыусының утһыҙ ҡалыуы тураһында хәбәр итә.