Ике мең гектарҙы ут алған

Тулыраҡ: Ике мең гектарҙы ут алған

Башҡортостанда һаман урман яна. 30 август иртәһенә алынған мәғлүмәттәр буйынса яңы усаҡтар теркәлмәгән, әммә 2 меңдән ашыу майҙанда янғын дөрләй. Өс урында урман Белорет районы биләмәһендә яна. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Лопуховтың белдереүенә таянып Республика менән идара итеү үҙәге хәбәр итә. Бөгөнгә 210 гектарҙа бер янғын майҙаны ҡамап алынған. Межгорье ябыҡ биләмәһе һәм Үрге Ләмәҙ тирәһендә дөрләгән ике ҙур усаҡ хәүеф тыуҙыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса хеҙмәт белдереүенсә, ауылдарға ҡурҡыныс юҡ. Янғын һүндереү менән 250 кеше һәм 50 берәмек техника мәшғүл.

ФОТО https://yandex.ru/news/story/VBashkirii_vspykhnul_prirodnyj_pozhar_ugornolyzhnoj_bazy--d7abf7d5cddad24ac5c75e082930b018?lang=ru&rubric=Ufa&fan=1&stid=xYhksNikaHCO7WuMrCOA&persistent_id=159657436