Торна күрһәң – әйт

Тулыраҡ: Торна күрһәң – әйт

Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе менән ҡоштарҙы һаҡлау берлеге республика халҡынан торна күргән осраҡта кисекмәҫтән хәбәр итеүен үтенә. Был ҡоштар үтә лә абай, әммә көҙөн сабылған баҫыуҙа ем сүпләгән йәиһә йылы яҡҡа осорға йыйынған туптарҙы осратырға мөмкин. Орнитологтар торна осратҡан кешеләрҙе ҡоштарҙың ҡайһы ауыл-ҡасаба тирәһендә булыуына, уларҙың һанына иғтибар итергә, мөмкин булһа фото йә видеоға төшөрөп ошо адрес буйынса: rbcu_rb@mail.ru йәиһә WhatsApp — 8 937-35-61-340 һандарына хәбәр итергә саҡыра. Был мәғлүмәттәр төбәктә торналар һанын асыҡларға, уларҙы һаҡлау сараларын күрергә булышлыҡ итә.

ФОТО https://www.culture.ru/events/506001/slaid-rasskaz-zhuravli-zhuravli-eto-pticy-rossii