Йәш һөнәрмәндәр ярышы еңеүселәре

Тулыраҡ: Йәш һөнәрмәндәр ярышы еңеүселәре

Башҡортостанда Йәш һөнәрмәндәр милли чемпионаты еңеүселәре билдәләнде. Командалар араһында абсолют еңеүсе – Мәскәү һөнәрмәндәре, беренсе урынға Татарстан сыҡты. Башҡортостан менән Санкт Петербург йыйылма командалары икенсе урынды бүлеште. Өсөнсөлә Мәскәү өлкәһе. WorldSkills Рәсәй чемпионатында илдең 76 төбәгенән 1 мең 800-ҙән ашыу студент һәм уҡыусы көс һынашты. Киләсәктә Өфө был сараны ҡабул итеүсе даими майҙансыҡҡа әүерелеүе ихтимал. Был тәҡдимде Республика Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов мәсьәләне бергәләп хәл иткәндә ыңғай һөҙөмтә булыр тигән ышаныс белдерҙе.