“Йәш һөнәрмәндәр паркы” яңы дәрәжәгә дәғүә итә

Тулыраҡ: “Йәш һөнәрмәндәр паркы” яңы дәрәжәгә дәғүә итә

WorldSkills Рәсәй милли чемпионатын уҙғарыу өсөн төҙөлгән “Йәш һөнәрмәндәр паркы”на айырым иҡтисади зона статусын биреүҙәре ихтимал. Радий Хәбиров ошондай башланғыс менән ил Башлығы Владимир Путинға мөрәжәғәт иткән. 110 мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған биләмә буш торорға тейеш түгел, федераль үҙәктән ярҙам булһа проект үҫәсәк тигән фекерҙә белгестәр. Ҡоролмаларҙың бер өлөшөн әлегә спорт ярыштары, күргәҙмәләр уҙғарыуға тотонасаҡтар. Бер өлөшөн кесе авиация кластеры биләй, Башҡорт сода компанияһы заманса ҡап етештереүҙе яйға һаласаҡ. Чемпионат өсөн 750 миллион һумлыҡ ҡоролмалар һатып алынды, улар республика уҡыу йорттарына тапшырыласаҡ.

ФОТО https://utv.ru/material/v-ufe-molodye-professionaly-so-vsej-rossii-pokazyvayut-svoe-masterstvo-na-finale-worldskills/