Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Андрей Агапов тәғәйенләнде. Элек ул ошо ведомство етәксеһе вазифаһын башҡара ине. Кадрҙар өлкәһендәге яңылыҡты Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
“Беҙҙә йәш һалдат курсы булмай. Һеҙҙең өсөн мөһим һынау Алан Викторович (Марзаев) менән берлектә ҡышҡа әҙерлекте тәьмин итеү булыр. Яҡын арала беҙ был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырбыҙ”, — тине Радий Хәбиров.
ФОТО https://ufa.bezformata.com/listnews/bashkortostana-po-zhilishnomu-i-stro...