Белем көнөнә кемгә килергә ярай

Тулыраҡ: Белем көнөнә кемгә килергә ярай

Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы беренсе сентябрҙе үткәреү шарттарын билдәләне. Айбулат Хажин тантаналы линейкаларҙың һәр мәктәптә үтәсәген иғлан итте. Беренсе шарт – байрам йыйындары асыҡ һауала ойошторола. Икенсеһе – яңы уҡыу йылына уҡыусыларҙы мәктәпкә тик ата-әсә һәм баланың законлы вәкиле оҙата ала. Санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеше мотлаҡ. Белем биреү йорттары иһә уҡыусылар өсөн асыҡ. “Майҙандар төҫлө һыҙаттар менән айырылған, балалар билдәле йүнәлештә хәрәкәт итә. Кабинет алмаштырыу сикләнгән. Балалар күмәк йыйылған урындарҙа рециркуляторҙар эшләй. Педагогтар өсөн битлек кейеү мотлаҡ. Уҡыусынан метр ярым алыҫлыҡта саҡта битлекте һалып торорға мөмкин”, — тине министр.

Һаулығы ҡаҡшаған балалар ғына түгел, педагогтар өсөн дә тәүге ике аҙнала дәрестәрҙә дистанцион тәртиптә ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған. Бала сирләгән осраҡта ата-әсә ғариза яҙып уны дистанцион дәрестәргә күсерә ала. Дәреслектәр, эш дәфтәрҙәре менән уҡыусы тулыһынса тәьмин ителә. Уҡытыусыларҙың 76 проценты коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан.

ФОТО https://cont.ws/@chesnok/705786