Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы ҡиммәтләнә. Был яңылыҡты Ресублика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Андрей Назаров еткерҙе. Премьер-министр белдереүенсә, мәктәптәр яңы уҡыу йылын башларға, ашханалар уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. “Туҡланыу хаҡын арттырыу тураһындағы документтарҙы иртәгә Ресапублика Башлығы раҫлауына тапшырабыҙ. Хаҡтарҙы оҙаҡ ваҡыт бер кимәлдә тота алдыҡ, бөгөн күрше төбәктәрҙең барыһы ла хаҡтарҙы күтәрҙе, беҙгә лә улар менән тиңләшергә тура килә”, — тине Андрей Назаров. Иҫәптәр Финанстар, Фән һәм мәғариф, сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары менән килешеп ҡоролған, яңы хаҡтар беренсе сентябрҙән индерелә. Андрей Назаров шулай уҡ мәктәп ашханаларын модернизациялау дауам итә, тип билдәләне. Быйыл ғына төбәктә 280 аҙыҡ блогы яңыртылған.