Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов көнъяҡ райондарҙа эш сәфәре менән булды

Тулыраҡ: Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов көнъяҡ райондарҙа эш сәфәре менән булды

Республика етәксеһе Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты һәм халыҡ менән осрашты. Башҡортостан башлығы тәүҙә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына барҙы. Предприятие йылына 240 мең тонна тау рудаһы сығара. Уҙған йылда Октябрский руднигында яңы шахта асылған. Ул мәғдән сығарыу күләмен ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. Артабан Рөстәм Хәмитов ҡояш нурынан эшләүсе электр станцияһы эшмәкәрлеге менән танышты. Яңыраҡ станция электр энергияһын предприятиеларға һәм кесе эшҡыуарҙарға һата башлаған. Быйыл станцияның икенсе сиратын файҙаланыуға тапшырырға йыйыналар. Компания етәкселеге өҫтәп 80 мең ҡояш модуле ҡуйырға планлаштыра, ул иһә 4 меңдән ашыу йортто электр энергияһы менән тәьмин итәсәк. Республика башлығы ауыл хужалығы предприятиеларының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынды. Быйыл ҡар күп булыу сәбәпле, улар яҡшы уңыш алырға иҫәп тота. Башҡортостан башлығы Аҡъяр һыуһаҡлағысында булды. Унда ташҡын хәүефен кәметеү өсөн билдәләнгән план буйынса һыу ағыҙыу башланған. Рөстәм Хәмитов ташҡын осоронда халыҡтың именлеген тәьмин итергә ҡушты.Район үҙәгендә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.Йылайыр районында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов тәүҙә Юлдыбай ауылында урынлашҡан һөнәрселек колледжы эшмәкәрлеге менән танышты. Уҡыу йортонда ауыл хужалығы тармағына кәрәкле һигеҙ йүнәлеш буйынса 262 студент белем ала. Йылайыр районы үҙәгендә яңыраҡ 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тулыһынса сират мәсьәләһен хәл иткән. Балалар баҡсаһында заманса белем биреү алымдары ла индерелгән.Көнъяҡ-көнсығыш райондарҙа ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүленә. Был фермерлыҡ ойошмаһында, мәҫәлән, башҡорт тоҡомло ат үрсетәләр. Киләсәктә, предприятие етәкселеге ҡымыҙ эшләүҙе яйға һалырға йыйына. Әммә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар.Йылайыр урман хужалығы эшмәкәрлеге менән дә Рөстәм Хәмитов ҡәнәғәт ҡалды. Бында бер нисә ойошма берләшеп, урман хужалығы тауарҙары етештерергә килешкән.Сәфәр һуңында Башҡортостан башлығы Ейәнсура районында урынлашҡан Маяк хужалығын ҡараны. Тулыһынса дәүләт ҡарамағында булған предприятиела тоҡомло мал үҫтерәләр. Волгоград тоҡомло һарыҡтарҙы йөн һәм ит өсөн үрсетәләр. Бер ай эсендә улар уртаса 6 килограмм ауырлыҡ йыя. Ә был тәкәләрҙең ҡайһы берҙәре 150 килограмдан ашыу. Йәғни, ике һарыҡтың ите бер башмаҡҡа бәрәбәр.Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов сәфәре барышында көнъяҡ-көнсығыш райондарҙың үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. Төбәк етәксеһе уларҙы тормошҡа ашырыуҙа һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә хөкүмәт яғынан ярҙам буласаҡ, тип белдерҙе.