Башҡортостанда коронавирус сирен йоҡторғандар һаны 56 748 кеше. Үткән тәүлектә генә сир 304 кешелә асыҡланған. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. 51 733 кеше сирҙән арынған, әлеге ваҡытта 4 меңгә яҡын кеше сир менән көрәшә, шулар араһында 669 сирле стационарҙа дауа ала, 59 кеше ауыр хәлдә, алты кеше яһалма һулыш аппаратында. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса койка фондының 88 проценты тулы. Төбәктә 4 545 инфекцион урын бар.
Республикала күмәк вкцинация дауам итә. Үткән тәүлектә 5 мең кеше прививка яһатҡан. Республика буйынса вакцинацияланғандар һаны бер миллион бер йөҙ илле мең кеше. Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһына ҡаршы киҙеү вирусы нигеҙендә вакцина әҙерләнә. ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, ул интраназаль формала. буласаҡ