Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова пенсионерҙарға бер тапҡыр түләнә торған аҡса тураһында аңлатма бирҙе. Беренсе түләүҙәр икенсе сентябрҙән тапшырыла башлай. 10 мең һумлыҡ ярҙамды илдә 43 миллионға яҡын пенсионер аласаҡ, тип хәбәр итте РИА Новости агентлығы. Ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыҡҡандар менән бер рәттән түләүҙәр ҡараусыһыҙ ҡалған һәм инвалид ҡараған ғаиләләргә лә бирелә. 2 сентябрҙә түләүҙәр тәү сиратта пенсия аҡсаһын картаға алғандарға күсерелә, Рәсәйҙә ундайҙар һаны 30 миллион 700 мең кеше. Ҡалған 12 миллион 700 мең пенсионер 10 мең һумды пенсия менән бергә өйөндә көтә, аҡса почта элемтәһе йәиһә башҡа хеҙмәткәрҙәр аша тапшырыла. Аҡсалата ярҙам ташламалар һәм субсидиялар биргәндә ғаилә килеме иҫәбенә индерелмәй.
ФОТО https://losinka.mos.ru/presscenter/news/detail/8824075.html?sphrase_id=2...