Һыу зарарһыҙ

Тулыраҡ: Һыу зарарһыҙ

Өфөлә крандағы һыу эсергә яраҡлы, ул кеше һаулығы өсөн хәүефһеҙ. Бөгөн Өфөводоканал ойошмаһы ошондай белдереү яһаны. Башҡала хакимиәтендә Шугуровка йылғаһы бысраныуы хаҡында Интернетта таралған хәбәргә асыҡлыҡ индерҙеләр. Өфө районындағы һыу сығанағынан бер нисә өлгө алып тикшерелгән, унда фенол һәм нефть ҡалдыҡтары табылмаған. Ошондай уҡ тикшереүҙе Экология министрлығы белгестәре лә үткәргән, улар һыуҙа кислород запасы булмауын, сульфат 4 тапҡырға, хлорид 3 тапҡырға, шулай уҡ айырым органик матдәләрҙең норманан бер аҙ артыҡ булыуын теркәгән.

Ә Өфөләге эсәр һыуҙың ағыуланыуы хаҡында ялған хәбәр таратҡандарға 500 мең һумға тиклем штраф янай. Социаль селтәрҙәрҙә 1989 йылғы фенол фажиғәһе ҡабатланыуы хаҡында яҙмалар 2015 йылда Саммиттар алдынан һәм 2017 йылда ла таралғайны. Сығанағын асыҡлау менән хоҡуҡ һаҡсылары шөғөлләнә.

ФОТО https://klub-drug.ru/skaz/mojno-li-pit-vodu-iz-pod-krana.html