Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан хөкүмәтендә был аҙна үҙгәрештәрҙән башланды. Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш буйынса Дәүләт комитетында дүшәмбенән яңы етәксе. Ведомство өсөн хәҙер Андрей Агапов яуаплы. Мәғариф тармағында ла яңы уҡыу йылы яңы бурыстар ҡуя. 2026-сы йылға тиклем республика 365 мәктәпте тулыһынса ремонтларға тейеш. Белем биреү өлкәһендәге тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға – Ворлд Скиллс ярыштарында Башҡортостандың икенсе урын яулауы. Республика конкурста алтын миҙал яулаусыларға, финалистарға был аҙнала уҡ тейешле премияны түләйәсәк. Радий Хәбиров Токиолағы ярыштарҙа ҡатнашҡан республика атлеттары менән осрашыу теләген белдерҙе. Япониялағы 4 йыллыҡ ярыштарҙа төбәктән 14 атлет ҡатнашып, әлегә уларҙың алтыһы призлы урындарға сыҡты. Ҡыуаныстар менән башҡа хәҙер инде көндәлек мәсьәләләр тураһында ла оноторға ярамай. Уларҙың береһе – коронавирус. КОВИД 19-ҙан ҡотолоуҙоң әлегә берҙән-бер юлы — вакцинация. Башҡортостан башлығы был кампанияны мөмкин тиклем тиҙләтеү кәрәклеген билдәләй. Тағы ла шуныһы. Коронавирусты йоҡторғандар араһында балалар күбәйә. Табиптар әле йәнә 15-тән өлкәнерәк үҫмерҙәрҙең ошо ауырыу менән ныҡлап сирләгәнен иҫкәртә. Мәктәп уҡыусыларының сирләүе сәбәпле, мәктәптәрҙә беренсе сентябрь айырым ҡағиҙәләр буйынса уҙғарыла. Тағы бер талап. Уҡытыусылар мотлаҡ медицина битлегендә булырға тейеш. Өс аҙнанан һуң республикала коронавирустың тағы ла көсәйеүе ихтимал. Шуға күрә, ауырыған балаларҙы егерме бер көнгә тиклем дистанцион уҡыуҙа ҡалдырыуҙары ихтимал. Күрелгән саралар – һаҡлыҡ һәм балалар именлеген тәьмин итеү. Беренсе сентябрҙән, тимәк, иртәгәнән балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙә үҙгәрештәр көтөлә. Ул туҡланыуға хаҡты арттырыу. Башҡортостан башлығы яҡын арала Урал аръяғы райондарына сәфәргә сығасаҡ. Радий Хәбировтың эш программаһына был юлы социаль обьекттар, сәнәғәт үҙәктәренән тыш, иркмәндәр менән осрашыу индерелгән. Радий Фәрит улы тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусылар менән шәхсән әңгәмәләшеп, рәхмәт һүҙен еткерергә ниәтләй. Башҡортостан ниһәйәт, еңергә өйрәнде. Быға тиклем юғалтылған төп идеология – еңеүсе исемен кире ҡайтарыу айырым баһаға тиң. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ворлд Скилсс милли чемпионатын ошондай һүҙҙәр менән менән баһалай. Тик етешһеҙлектәр ҙә күҙгә ташлана. Ярыштарҙа сәнәғәттең күп тармағы вәкилдәре еңеү яулай алманы. Башҡортостан халҡы сентябрҙең икенсе шәмбеһендә өмәләргә сығасаҡ. Был сара “Йәшел Рәсәй” акцияһы сиктәрендә ойошторолған экология проекты. Ә сентябрҙең аҙағынан октябрь уртаһына тиклем ҡала һәм райондарҙа йәш ағастар ултыртыласаҡ. Ағастарға бәйле хәбәрҙәр бының менән генә бөтмәй. Әмзә урман эшкәртеү комбинаты хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләргә кәрәк. Республика башлығы биргән вәғәҙәһендә торасаҡ. Ә бына киләһе аҙнала Радий Хәбиров Әмзәгә барырға ниәтләй. Ә Өфөнөң иһә подъездарҙы рмонтлау өсөн аҡсаһыҙ ҡалыуы ихтимал. Төбәк башлығы алып барылған ремонт эштәре менән риза түгел.
Башҡортостанда вакцинацияны мөмкин тиклем тиҙләтергә кәрәк
Тулыраҡ: Башҡортостанда вакцинацияны мөмкин тиклем тиҙләтергә кәрәк