Республика башлығы социаль селтәрҙә ошондай һорау менән халыҡҡа мөрәжғәт итте. Шулай уҡ Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Өфөлә ҡайһы бер ял итеү урындарында барған ремонт эштәре менән танышты.Уҙған быуаттың 50-се йылдарында Нефтехимиктар паркының был бинаһында йәйге кинотеатр эшләп килгән. Бер нисә йылдан һуң ул ябылып, уның урынына спорт залы асыла. Бинаның түбәһе бейек, шуға ла бында бигерәк тә гимнастика менән шөғөлләнеүе уңайлы. Ләкин әле спорт залы ваҡытлыса эшләмәй. Спорт залында капиталь ремонт эшләр өсөн ҡала бюджетынан 24 миллион һум аҡса бүленгән. Реконструкция эштәре йыл аҙағында тамамланыр, тип көтөлә. Республика башлығы Радий Хәбиров көҙгә тиклем бинаның ҡыйығын ҡапларға ҡушты.Урындағы халыҡ ял итеү урындарының береһе Нефтехимиктар паркында Башҡортостан башлығы менән осрашып, үҙ тәҡдимдәрен еткерә алды. Улар реконструкцияланған биләмәлә йүгереү һәм велосипед юлдары булыуын теләй.Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге “Ҡоштар” скверында ла төҙөлөш дауам итә. Майҙанды планлаштырыу эштәр тамамланған, ҡайһы бер урындарға тротуар түшәлгән, электр сымдары һуҙылған. Радий Хәбиров Урмансылар паркында ла булды. Әйткәндәй, был паркка быйыл сентябрҙә 55 йыл тула. 2014 –се йылда паркта реконструкция эштәре башҡарылып юл-һуҡмаҡтарға асфальт түшәлгәйне. Киләһе йылдарҙа ял итеү урындарының береһендә йәнә төҙөкләндереү эштәрен башлау маҡсаты ҡуйылған.Өфөлә ниндәй парктарҙы тәү сиратта ремонтларға кәрәк? Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәр аша үҙенең махсус сәхифәһендә халыҡҡа ошондай һорау менән мөрәжәғәт итте. Теләгән һәр кем үҙ фекерен яҙып ҡалдыра ала.
Баш ҡаланың ниндәй парктарын тәү сиратта төҙөкләндерергә кәрәк?
Тулыраҡ: Баш ҡаланың ниндәй парктарын тәү сиратта төҙөкләндерергә кәрәк?