Өфөлә „Ауыл алмалары„ тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильмдың исем туйы үтте. Беренселәрҙән булып фильмды Башҡортостан 24 каналы тамашасылары ҡарай аласаҡ. Эмир Ғәфуров иң йәш актерҙарҙың береһе. Кинола беренсе тапҡыр төшөүемә ҡарамаҫтан, юғалып ҡалмаған, режиссерҙың һәр әйткәнен еренә еткереп башҡарған. Нефтекама ҡалаһында күп ҡатлы йорттар майҙаны кино төшөрөү майҙанына әйләнә. Сценарий заман балалары менән 60-сы йылдарҙағы балаларҙы сағыштырыуға ҡоролған. Нефтекама мәктәптәренең береһендә эшләүсе ике әхирәт Регина Әһәҙуллина менән Регина Ғәлиәкбәрованың гаджеттар, балаларға уларҙың зыяны хаҡында фильм төшөрөү күптәнге хыялы була.Сценарий буйынса балалар майҙансығына барып сыҡҡан инәй ҡапыл йығылып китә, гаджеттары менән мауыҡҡан малай-ҡыҙҙар уға иғтибар ҙа итмәй. Бындай вайымһыҙлыҡҡа иҫе киткән инәй балаларҙы тылсымлы алма менә һыйларға була. Фильмдың һәр бер өлөшөнә махсус көй ҙә яҙыла. Ҡыҫҡа метражлы фильмдың исем туйы йыр-моң, бейеү, кескәйҙәр өсөн төрлө конкурстар менән үрелеп барҙы. Фильмда төшөү өсөн 19 бала һәм дүрт өлкән кеше ҡатнаша. Был проектты киләсәктә төбәк һәм Бөтә Рәсәй фестивалдәренә ебәреү ҙә планлаштырыла. Тиҙҙән фильм Башҡортостан 24 телеканалында ла күрһәтеләсәк.
Ауыл алмалары
Тулыраҡ: Ауыл алмалары