Хәрбиҙәр һәм тәртип һаҡсыларына 15 мең һум

Тулыраҡ: Хәрбиҙәр һәм тәртип һаҡсыларына 15 мең һум

Президент Путин хәрбиҙәр һәм тәртип һаҡсыларына бер тапҡыр 15 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документҡа ярашлы түләүҙәр 2021 йылдың 31 авгусына ошо дәрәжәләге кешеләргә сентябрь айында түләнә. Түләүҙәргә дәғүә иткән шәхестәр исемлегендә контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәр, хәрби белем биреү йорттары курсанттары, прокурорҙар, Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре, эске эштәр органдары, енәйәт-башҡарма системаһы, янғын һүндереү буйынса федераль хеҙмәт, таможня, Милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәре, фельдъегер федераль элемтәһе составы етәкселеге вәкилдәре бар. Түләүҙәр сентябрь айында күсерелмәһә һуңғараҡ тапшырыла. Указда билдәләнеүенсә, был аҡса суд йәиһә башҡа органдар ҡарары һәм командир приказы менән тотҡарлана алмай.

ФОТО https://neprizyvnoi.ru/kontrakt/sluzhba-po-v-armii-usloviya/