Токиола барған паралимпия уйындарында Башҡортостан йөҙөүсеһе Андрей Николаев еңеү яуланы. 20 йәшлек спортсының был икенсе миҙалы. S8 класында 400 метр арауыҡты ирекле стилдә 4 минут 25 секундта йөҙөп үтеп был юлы ул алтын миҙалға лайыҡ булды. Икенсе урынға Италия спортсыһы Альберто Амодео, өсөнсөгә — америкалы Мэттью Торрес сыҡты.
Әлегә тиклем яҡташыбыҙ 100 метр арауыҡты ирекле стиль менән йөҙөүҙә көмөш миҙал яулағайны.