Музейҙа белем көнө

Тулыраҡ: Музейҙа белем көнө

Республиканың хәрби дан музейы яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан илдә иғлан ителгән “Музейҙа белем көнө” акцияһына ҡушыла һәм асыҡ ишектәр көнөн үткәрә. Акция иһә Фән һәм технологиялар йылы сиктәрендә ойошторола. 1 сентябрҙә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар музей залдарына бушлай үтә ала. Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостандың 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән өлөшөнә арналған тематик экспозиция тәҡдим ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының Интернеттағы рәсми сайтында алырға мөмкин.

ФОТО https://ruzovdmitry.livejournal.com/144763.html?view=1591931