Башҡортостанда транспорт картаһы даирәһе киңәйтелә. Республика хөкүмәтендә “Алға”ны мультикарта дәрәжәһенә еткереү мөмкинлеге ҡаралды. Төбәк етәксеһе карта ҡушымталарҙы һәм банк иҫәбен үҙ эсенә алырға тейеш, тип белдерҙе. Төбәк халҡы карта ярҙамында бихисап хеҙмәттәрҙе файҙалана алһын, транспортта юл хаҡын түләүҙән башлап сауҙа селтәрҙәрендәге ташламаларҙы алғанға тиклем, тине Радий Хәбиров. “Башҡортостандың социаль карталар регистры” АЙ генераль директоры Руслан Нурғәлиев әйтеүенсә, “Алға”ның популярлығы уны “МИР” түләү платформаһына тоташтырырға ла форсат бирә, һөҙөмтәлә ҡулланыусылар магазиндарҙа ташлама һәм социаль льготаларҙы файҙалана аласаҡ. “Алға”ның виртуаль өлгөһөн теләгән бер банк иҫәбенә бәйләргә мөмкин.
Бөгөнгә “Алға” картаһы “Уралсиб” банкыһы картаһы менән интеграцияланған. Банктың Өфөләге филиалы етәксеһе Марат Мәмлиев “Беҙ студенттар һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары өсөн кампус картаһын да сығарырға әҙер, уның ярҙамында уҡыу биналары, китапхана һәм дөйөм ятаҡтарға үтергә мөмкин буласаҡ”, — тип белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, 2019 йылдың июль айынан 548 мең “Алға” картаһы һатылған. Көнөнә уртаса ике мең ярым ошондай карта һатыла. Транспорттағы ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙәрҙең яртыһы “Алға” картаһы аша үтә.
ФОТО https://utv.ru/material/v-bashkirii-karta-alga-stala-virtualnoj-eto-perv...