Өфө спортсыларында алтын миҙал һәм рекорд

Тулыраҡ: Өфө спортсыларында алтын миҙал һәм рекорд

Токиолағы паралимпиадала Башҡортостан йөҙөү мәктәбе йәнә еңеүгә өлгәште. Һуҡырҙар спортында йөҙөү буйынса микс-эстафетала йыйылма команда составында Дарья Пикалова һәм Владимир Сотников менән бер рәттән Өфө спортсылары Анна Крившина менән Илнур Ғарипов алтын миҙал яуланы һәм паралимпия уйындары рекордына өлгәште. Дүрт спортсы 100 метр арауыҡты ирекле стилдә йөҙөп финишҡа беренсе килде. Рәсәй йөҙөүселәре дистанцияны 3 минут 53,79 секундт эсендә үтеп паралимпия рекордын ҡуйҙы. Икенсе урында Бразилия, өсөнсөлә — Украина спортсылары.

Мәғлүм булыуынса Анна Крившина өсөн был Паралимпиаданың икенсе миҙалы. Әлегә тиклем яҡташыбыҙ Токиола 50 метр дистанцияны ирекле стилдә йөҙөү буйынса көмөш миҙал яулағайны.