Өфөлә хеҙмәт алдынғыларына Дәүләт наградалары тапшырылды. Был юлы орден, миҙал, почет билдәләләре менән төрлө һөнәр эйәрәле, төбәктең 40-лаған ойошмаһы хеҙмәткәре бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин башта хеҙмәт алдынғыларына тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Еңел булмаған 2021 йылда уңыштарыбыҙ байтаҡ икән, тимәк, ошонда ултырған хеҙмәт алдынғыларына рәхмәтлебеҙ, тине ул.Юғары исем алыусылар араһында сәнғәт өлкәһе вәкилдәре күп. Башҡорт дәүләт академия драма театрының иң наҙлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Тәнзилә Хисамоваға Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеме бирледе. Рәсәй президенты указына ярашлы, Дуҫлыҡ ордены менән Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Иҙрис Ғәзиев һәм Хөрмәтулла Үтәшев бүләкләнде.
Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде
Тулыраҡ: Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде