Комсомол урамы асылманы

Тулыраҡ: Комсомол урамы асылманы

Өфөлә Комсомол урамының СССР-ҙың 50-йыллығы һәм Шәфиев урамдары менән киҫелешкән арауығын техник асыу кисектерелде. Элек был юл 1 сентябрҙә асыла, тип хәбәр ителгәйне. Башҡала хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, эштәр барышында был юл аҫтында юғары вольтлы кабелдең 27 метры табылған, документтарҙа иһә ул тротуар ҡапламы аҫтынан үтә, тип билдәләнгән. Проектҡа үҙгәреш индереп яңынан экспертиза үтергә тура килеү сәбәпле юл төҙөлөшө эштәре йәнә ике аҙнаға оҙайтыла. Бынан тыш электр тәьминәте линияһын яңыртып ҡорор өсөн һатып алынған кәрәкле материалдар тотҡарланған.

Бөгөнгә 8 Март урамының Әй урамы менән Һәҙиә Дәүләтшина бульварына тиклемге алты һыҙатлы арауығы, Галле урамының Октябрь проспектынан Комсомол урамына тиклем участкалары асыҡ. Ике проект та “Имен һәм сифатлы юлдар” Милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Был участкаларҙа эштәр дауам итә, подрядсылар техник һыҙаттарҙы, йәйәүле һуҡмаҡтарын, газон һәм урамды яҡтыртыу ҡоролмаларын төҙөкләндерә.