Йәштәргә өс мең һум

Тулыраҡ: Йәштәргә өс мең һум

Рәсәйҙә беренсе сентябрҙән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлгә инә. Уға ярашлы 14-22 йәшлектәр мәҙәниәт һәм сәнғәткә ылыға ала. Йәштәргә балансы өс мең һумлыҡ виртуаль карта тапшырыла. Был аҡсаны музей, театр, концерт залдары һәм китапханаларға тотонорға мөмкин. Картаны файҙаланыр өсөн «Госуслуги. Культура» ҡушымтаһын урынлаштырырға кәрәк.

“Пушкин картаһын” алыр өсөн Госуслуги порталы иҫәбендәге яҙма аша күсмә ҡушымтаға инеп карта сығарыу тураһындағы теләкте раҫлау талап ителә. Карта бер нисә минут эсендә активлаша. Пластик карта алырға теләгәндәргә иһә ”ПочтаБанк” бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә була.