Башҡортостанда 2022 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. Был хаҡта Федераль почта элемтә идаралығының төбәк бүлексәһе хәбәр итә. Газета-журналдарҙың биш мең туғыҙйөҙ төрөнә яҙылырға мөмкин, каталогтағы 140-тан ашыу баҫма Башҡортостанда республика, район, ҡала кимәлендә нәшер ителә. Ваҡытлы матбуғат баҫмалары араһында ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм махсус йүнәлешлеләре бар. Газета-журналдарҙы 2022 йылдың тәүге яртыһында алдырыр өсөн урындағы почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә, Почта России сайтына инергә йәиһә уның күсмә ҡушымтаһын асырға, шулай уҡ почтальон ярҙамын һорарға мөмкин.
ФОТО https://valday.bezformata.com/listnews/rossii-predlagaet-30-skidku-na-podpisku/89348996/?amp=1