Өфөлә кешеләрҙе ташҡындан һәм төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотҡарыу буйынса күнекмәләр үтте

Тулыраҡ: Өфөлә кешеләрҙе ташҡындан һәм төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотҡарыу буйынса күнекмәләр үтте

Калинин районында урынлашҡан шәхси баҡсаларҙа ҡотҡарыусылар тәүҙә ташҡындан зыян күргән кешеләргә ярҙам күрһәтте. Күнекмә сценарийы буйынса электр энергияһы һүндерелмәгән баҡсаларҙың береһендә ут сыға. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә һәм утты һүндерә. Шулай уҡ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре кәмәлә халыҡты эвакуациялау алымдарын камиллаштырҙы.