Эсәр һыу өсөн икеләтә түләү

Тулыраҡ: Эсәр һыу өсөн икеләтә түләү

Өфө районы Яңы Миловка кварталында йәшәгән кешеләр крандан аҡҡан һыу эсерлек булмағас шешәләгеһен һатып алырға мәжбүр. Һыу мәсьәләһен хәл итмәйенсә яңы йорттарҙың нисек сафҡа индерелеүен улар аңламай. Һәм Миловкалағы бысраҡ һыу проблемаһына йәнә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итә. Сүриә ҡасҡындары был яңы фатирға үткән йылдың август айында ғына күскән. Мөхәммәт Абдулвәхит шоколад төҫлө һыуҙы күрһәтә. Таҙартыусы фильтрҙар бер нисә көндә тутлана, ти ул. Мазут еҫе килеп торған һыуҙа кер йыуыу ҙа, йыуыныу ҙа, һауыт сайҡатыу ҙа яҡшы түгел. Уны эсеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Балконда шешәләрҙә бер айға етерлек һыу һаҡлана.Квартал халҡы һыуҙың сифатына зарланып район хакимиәтенә лә, һыу менән тәьмин итеүсе ойошма етәкселегенә лә мөрәжәғәт иткән. Рәсми яуаптарҙан мәғлүм булыуынса „һыу алыу ҡоролмаһы иҫкергән, таҙартыу ҡоролмалары яңы күләмдәге эште үтәй алмай. Төҙөлөш күҙаллана, көтөргә кәрәк„. Фатир хужалары көтә. Тик иҫке ҡоролмаларҙан һыу биреүсе ойошма майлы-тутлы һыу өсөн САНПИН талаптарына яуап биргән эсәр һыу хаҡын ала.„Шемәк„ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында иһә Миловкалағы хәлде яҡшы беләләр. Был бер генә түгел, тиҫтә йыллыҡ киҫкен мәсьәлә, ти уның директоры Артур Шәһәрғазин. Район, ауыл хакимиәтенең дә, һыу биреүсе ойошманың үҙенең дә 40 йыллыҡ ҡоролманы яңынан төҙөр өсөн талап ителгән 50 миллион һум аҡсаһы юҡ. Әлегә булған торбаларҙы таҙартыу сараһы күрелә. Был эште майҙа башлап йәй буйы дауам итергә ниәтләйбеҙ, ти Артур Сәрим улы. Һыу биреү ҡоролмаһын төҙөкләндерергә риза инвестор тапҡансы ла, торбаларҙы туттан таҙартҡансы ла кешеләргә эсәр һыуҙы һатып алырға тәҡдим ителә.