Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Таулы Карабахта хәл көсөргәнешле булып ҡала. Әрмәнстан да, Әзербайжан да бер береһенә сик буйындағы ауыл-ҡалаларҙы утҡа тотоу менән янай. Рәсми Ереван, хәрби хәрәкәттәр киң күләм алған осраҡта, Таулы Карабахтың бойондороҡһоҙлоғон таныясағы тураһында белдерҙе.

Пакистандың төнъяҡ-көнбайыш райондарын һыу баҫыу сәбәпле 60 кеше һәләк булған. Бер-нисә көн яуған ҡойма ямғырҙар ауыл хужалығына ҙур зыян килтергән. Күп кеше торлаҡһыҙ тороп ҡалған, юлдарҙы һыу баҫҡан.

Интернетта ултырыусы 32 мең кеше Францияның ғаилә, бала һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары министры Лоранс Россиньоль белдереүенә ҡаршы петицияға ҡул ҡуйған. Хиджабта йөрөгән мосолман ҡатын-ҡыҙҙарын ҡолдар менән сағыштырған өсөн улар министрҙы яуапҡа тарттырыуҙы талап итә. Петиция авторы фекеренсә, яуаплы вазифа биләгән кеше ундай белдереүҙәр яһарға тейеш түгел.

Япониялағы бер мәктәптә физкультура дәресенең нисек үтеүе тураһындағы видео интернет селтәрендә хитҡа әйләнде. Роликты 400 мең кеше ҡарап өлгөргән. Япондарҙың бик тәртипле һәм ойошҡан халыҡ икәне билдәле. Ошондай берҙәм хәрәкәттәргә тик улар ғына һәләтле тигән комментарийҙар ҡалдырған видеоны ҡараусылар.