Илдә ҡануниәткә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Документҡа ярашлы, микрофинанс учреждениеларға юғары процентлы кредиттар биреү тыйыла. Йәғни граждандың кредит буйынса бурысы үтескә алынған сумманан дүрт тапҡырҙан да артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ закон буйынса микрофинанс ойошмалар һәм микрокредит компаниялар төшөнсәләре билдәләнә. Тәүгеләре 1 миллион һумға тиклем займдар тапшыра алһа, һуңғыларына 500 мең һумға тиклем генә кредит бирергә рөхсәт ителә. Башҡортостан Милли банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 107 микрофинанс ойошмаһы теркәлгән. Былтыр халыҡ ошондай компанияларҙан 2 миллиард 680 миллион һум аҡса бурысҡа алған.
Башҡортостанда микрофинанс ойошмалар эшмәкәрлеге сикләнә
Тулыраҡ: Башҡортостанда микрофинанс ойошмалар эшмәкәрлеге сикләнә