2022 йылдан беренсе балаһын тыуҙырғандарға әсәлек капиталы дәүмәле 503 мең һумдан арта. Икенсе балаһы тыуһа әсәгә 665 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Был хаҡта Рәсәйҙең Новости агентлығына Хеҙмәт министры Антон Котяков Көнсығыш иҡтисад форумында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй Пенсия фондының бюджет проектында әсәлек капиталын индексациялау ҡаралған. “2022 йылда беренсе балаһын тыуҙырған әсәләргә бирелгән әсәлек капиталы күләме 503 мең 237, икенсе балаһын тыуҙырғандарға 665 мең 009 һумға етәсәк. Әгәр ҙә ғаилә элек әсәлек капиталын алған булһа, икенсе бала тыуғас 161 772 һум күләмендә өҫтәмә түләү ҡарала”, тине Антон Котяков.
2021 йылдың ғинуарынан түләнгән әсәлек капиталы 483 800 һумға тиң, икенсе бала тыуған осраҡта түләнгән күләм 639 400 һум тәшкил итә.
ФОТО https://yur-gazeta.ru/obshhestvo/materinskii-kapital-pomogaet-reshit-mno...