Гагарин Кубогын көтәбеҙ

Тулыраҡ: Гагарин Кубогын көтәбеҙ

Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы вәкилдәре менән осрашты.

Республика башлығы: "Миҙгел алдынан ғәҙәттәгесә “Салауат Юлаев” хоккей клубы менән осрашабыҙ. Был уйын миҙгеле беҙҙе өсөн үҙенсәлекле булмаҡсы. Быйыл команда 60 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай һәм быйыл әлегә берҙән-бер Гагарин Кубогын яулағанға 10 йыл тула. 10 йыл үткәндән һуң икенсе ошондай Кубок алыу тураһында ла уйланырға ярай. Беҙҙең команда бай тәжрибәле, тренерҙар коллективы олпат. Беҙҙең көйәрмәндәр иң тоғролары. Хоккей беҙҙең иң яратҡан уйын, ҡайҙа ғына булһам да кешеләр боҙ һарайҙары төҙөүҙе үтенә. Быйыл беҙ Ишембайҙа боҙ аренаһын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, киләһе йылда Октябрьскиҙа төҙөлөш тамамлана. Әле Баймаҡта боҙ һарайы проекты әҙерләнә, Яңауылда проект әҙерләү башлана. Яйлап боҙ һарайҙары менән хоккей коробкаларын республиканың бар тарафтарында ла төҙөргә йыйынабыҙ. Хәҙер клубтың финанс хәле тураһында. Былтыр күптәр өсөн ҡатмарлы йыл булды, беҙ бер нисә компания менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Ышанысыбыҙ ныҡ – быйыл “Салауат Юлаев” Хоккей клубы иҡтисады ҡыйынлыҡтар кисермәйәсәк. Команда бары ынтылыш һәм әҙерлек кимәлен хәстәрләһен, ҡалғаны беҙ хәл итербеҙ. Гагарин Кубогын көтәбеҙ, уның өсөн көрәшәсәкбеҙ", — тип белдерҙе.