Күтәренке кәйеф менән өр-яңы мәктәпкә

Тулыраҡ: Күтәренке кәйеф менән өр-яңы мәктәпкә

Зубов ауылында “Белем” мәғариф үҙәге үҙ ишектәрен асты. Тантанала республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Дәрес программаларынан тыш, уҡыусылар тағы нимә менән шөғөлләнә ала? Өфө районы Зубов ауылында йәшәүселәрҙә икеләтә ҡыуаныс. Яңы уҡыу йылында уҡыусылар өр-яңы мәктәпкә аяҡ баҫты. Яңы белем биреү усағы быйыл беренсе классҡа барыусы 146 баланы ҡабул итте. Был байрам менән уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, мәктәп хеҙмәткәрҙәрен республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. “Белем” мәғариф үҙәге “Демография” милли проекты сиктәрендә 2019-сы йылдың декабрь айында төҙөлә башлағайны. Класстар заманса йыһазландырылған, компьютер, сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн лингафон, лаборатория бүлмәләре бар. Ашхана 216, ә тамашалар залы 110 урынға иҫәпләнгән. Мәғариф үҙәге уҡыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар менән төҙөлгән. Ҡыҙҙар һәм егеттәр дәрес программаларынан тыш, спорт һәм гимнастика залдарында, ағас эше оҫтаханаларында, йорт хужалығы һәм кулинария, тегеү кабинеттарында шөғөлләнә ала. Быйыл үҙәктә бөтәһе 956 уҡыусы белем ала башланы. Яңы учреждениеның үҙенсәлеге ҙур: мәктәп балалар баҡсаһын берләштергән. Был, бигерәк тә, ата-әсәләр өсөн уңайлы. Ошо уҡ үҙәк майҙанында балалар баҡсаһы ла үҙ ишектәрен асты. Ул 160 урынға иҫәпләнгән. Бында бөтәһе 8 төркөм эшләйәсәк. Быйылғы уҡыу йылында республика мәктәптәре 500 меңгә яҡын уҡыусына ҡабул итте. Беренсе тапҡыр парта артына 60 меңгә яҡын бала ултыра, был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда 2 мең сабыйға күберәк. Өфөлә генә, мәҫәлән, белем алыу учреждениеларына 130 меңдән ашыу уҡыусы барған, уларҙың 15 меңдән ашыуы тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлап үткән.