Был рекордлы һан Өфөнөң Нуғай ауылындағы мәктәптә теркәлгән. Белем тауына үрләй башлаусыларҙың күплеге эргә-тирәләге ауылдарҙың үҫеүе менән аңлатыла. Галстук, аҡ күлдәк һәм жилет. Беренсе класҡа барған улын кейендергән ыңғайында Айгөл уны тынысландырып та, дәртләндереп ала. Эргәлә торған һеңлеһе лә байрамса костюм кейгән ағайына ҡарап һоҡлана. Атай ситтән генә күҙәтә. Ҡулында улының тәүге уҡытыусыһына гөлләмәһе. 1 сентябрҙә тантаналы линейкаға Поляковтар улдарын бөтә ғаилә менән оҙатты. Беренсе баланың тәү тапҡыр мәктәпкә барыуы шатлыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта, тулҡынландырғыс. Ысынлап та, Ноғай ауылында урынлашҡан 147-се мәктәп ҙур, яңы. Дүрт ҡатлы белем биреү усағын 2017-2018 йылдарҙа файҙаланыуға тапшырғандар.Мәктәп асылған йылда бында 700 тирәһе бала уҡыған. Өс йыл эсендә генә уларҙың һаны теүәл 4 тапҡырға артып, хәҙер балалар баҡсаһы менән бергә мәғариф учреждениеһында 2 мең 800 бала иҫәпләнә. Нуғай микрорайоны әүҙем үҫеү сәбәпле, йылдан-йыл балалар һаны ла арта. 147-се мәктәптә быйыл 2450 уҡыусы белем аласаҡ. Шуларҙың 391-е парта артына тәүге тапҡыр ултыра. Белем көнөндә мәктәптә хатта тантаналы линейкалар ҙа беренсе һәм сығарылыш класстар өсөн дүрт этапта ойошторолдо. Пандемия шарттарында байрам саралары саф һауала үткәрелде. Битлек режимын үтәү шарты менән ата-әсәләргә ҡатнашыу рөхсәт ителде. Мәктәп етәксеһе әйтеүенсә, уҡытыусылар коллективы, ысынлап та, көслө. Бында тәжрибәле педагогтар ҙа, хеҙмәт юлын яңы башлаған уҡытыусылар ҙа бар. Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, быйыл ғына 15 кеше эшкә алынған. Уларҙың бишәүһе — башланғыс класс уҡытыусыһы. Уртаса 30-шар баланан торған 13 беренсе класс ике сменала уҡыясаҡ. Һуңғы дүрт йылда кластар төрлө йүнәлештәр буйынса туплана. Баланың һәләтенә һәм ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, математика, лингвистика һәм тәбиғи фәндәрҙе һайларға мөмкин.
13 беренсе класс
Тулыраҡ: 13 беренсе класс