Һүрәт төшөр ҙә туңдырмаға алмаштыр

Тулыраҡ: Һүрәт төшөр ҙә туңдырмаға алмаштыр

Белем көнө уңайынан Башҡортостан-24 телеканалы ла үҙенең тамашасыларына байрам ойошторҙо. Ғаилә байрамында балаларға төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр отоу мөмкинлеге бирелде. Ә инде иң татлы бүләктәрҙе “Башҡорт туңдырмаһы” компанияһы тәҡдим итте. Ҡаптырғыстарға эленгән һүрәттәр һә тигәнсе күбәйҙе лә китте. Йылы, сағыу һүрәттәрҙе ҡағыҙға ғына түгел Якутов паркының асфальтына ла төшөрҙө балалар, урын ғына етһен. Кем ултырып, кем ятып һыҙа, кемгә нисек уңайлы. Бөгөнгө ғаилә байрамында ижад өсөн кәртәләр юҡ. Белем байрамы һәм Башҡортостан-24 телеканалының 5 йыллығына арналған сара «Башҡорт туңдырмаһы» компанияһы менән берлектә уҙғарылды. Байрамға килгән һәр бала татлы күстәнәс менән һыйланды. Телеканал йәш әммә ул 2 миллионға яҡын тамашасының яратҡан телеканалы. Балалар шул тиклем ихлас. Ниһәйәт, офлайн форматта үткәрелгән байрам уларға тиҫтерҙәре менән аралашыу мөмкинлеге бирҙе. Һәр береһе яңылығы менән бүлешергә ашыҡты.Байрамда ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Махсус саҡырылған ирекмәндәр уларҙың иҫенә бала саҡ уйындарын төшөрҙө. Ә балалар төрлө ҡул эштәренә өйрәнде. Әлбиттә, иң мөһиме балалар өсөн байрам кәйефе . Бөгөнгө байрамдан һәр кем үҙе менән татлы ла йылы ла хис тойғолар алып ҡайтты. Ә Башҡортостан-24 телеканалы юбилейы уңайынан яңы проекттар әҙерләй,төрлө акциялар иғлан итә.