Өфөлә 8 март менән Галле урамдарында автомобиль хәрәкәте асылды

Тулыраҡ: Өфөлә 8 март менән Галле урамдарында автомобиль хәрәкәте асылды

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә барған күләмле төҙөлөш эштәре барышында өс саҡрымдан ашыу юл төҙөкләндерелгән. Ҡаланың төп юл артерияһы исемлегенә ингән Комсомол менән 8 март урамдары буйлап көнөнә хәҙер 20 меңдән ашыу автомобиль йөрөй аласаҡ. 2019 йылда башланған күләмле төҙөкләндереү эштәре сиктәрендә 4 һыҙатлы юл 6 һыҙатлыға әйләнде. Был, тәү сиратта, Октябрь проспектындағы машиналар тығынын кәметәсәк. 8 март менән бергә Комсомол урамы һәм Октябрь проспекты араһындағы Галле урамы асылды. Әле унда ямғыр һыуҙарын ағыҙыу өсөн канализация үткәреү эштәре дауам итә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса 2019 йылда Комсомол урамында башланған реконстукция эштәре тамамланыуға бара. Әле 8 март һәм Галле урамдары буйлап автомобиль хәрәкәте асылды. СССР-ҙың 50 йыллығы менән Урман техникумы урамдары араһындағы арауыҡты 15 сентябрҙә асыу ҡарала Объекттың ҡатмарлығы сәбәпле, эштәр ике аҙнаға оҙайтылған. Әле унда инженер селтәрҙәре яңыртыла. Яҡын арала юл япмаһын түшәү башлана.Проектҡа ярашлы, Комсомол урамында күләмле төҙөкләндереү эштәрен тулыһынса 20 ноябрҙә тамамлау күҙҙалана.