Коронавирус: һандар

Тулыраҡ: Коронавирус: һандар

Башҡортостанда коронавирустан 1145 кеше һәләк булды. Үткән тәүлектә төбәктә йәнә 301 кешелә сир булыуы асыҡланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башынан был диагноз республикала йәшәгән 57 мең 654 кешелә теркәлгән.

Стационарҙарҙа әле 679 сирле дауалана, уларҙың 64-е ауыр хәлдә, 12 сирле яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. 3759 сирле табип кәңәштәре буйынса өйҙә дауалана.

Үткән тәүлектә COVID-19 сиренән 15 үлем осрағы теркәлгән. Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе бер меңдән артты. Үпкә зарарланыу осраҡтары тәүлек эсендә 135-кә артҡан.