Силәбе өлкәһендә Халыҡ-ара дини музыка фестивалендә Башҡортостандың хор сәнғәте танытыласаҡ. Хор капеллаһы бай йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләй. Ойоштороусылар яҡташтарыбыҙҙан дини йырҙарҙан тыш рус композиторҙары әҫәрҙәрен һәм башҡорт хор музыкаһы ынйылары тип танылған көйҙәрҙе лә башҡарыуҙы үтенгән. Уларҙы Нур Дауытовтың “Фатима”һы, уның эшкәртеүендәге башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”, башҡорт халыҡ йыры “Шәл бәйләнем” йырына яҙылған композиция, башҡа әҫәрҙәр ҡыҙыҡһындырған. Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия хор капеллаһы солистары тамашасылар иғтибарына татар һәм ҡаҙаҡ йырҙарын да тәҡжим итергә әҙерләнә.
Фестиваль 9-13 сентябрҙә үтә. Биш көндә Силәбе өлкәһенең 10 ҡалаһында 16 концерт программаһы ойошторола. Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия хор капеллаһы 11 сентябрҙә Мейәстә, 12 сентябрҙә Магнитогорск ҡалаһында сығыш яһай.
Рухани музыка фестивале Көньяҡ Уралдың яңы музыка йолаһы булараҡ танылды. Мәҙәни проект 2016 йылдан бойомға ашырыла. Уның төп маҡсаты – башҡарыусылар берҙәмлеге иғтибарын рус сиркәү йыры традицияларына йәлеп итеү, православие дини музыка мәҙәниәтенә йылы мөнәсәбәт тәрбиәләү, Рәсәйҙең мәҙәни һәм тарихи мираҫын мәңгеләштереү.