Башҡортостан Башлығы Өфөлә «Яҡташлыҡ көсө — Сила землячества» йыйынын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Форум Башҡортостандан сыҡҡан кешеләрҙең эшлекле тәҡдимдәрен берләштереү, төбәк-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм республиканың муниципаль берәмектәрен үҫтереү маҡсатында ойошторола.
Форумды әҙерләп үткәреүҙе ойоштороу комитеты етәксеһе вазифаһы Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа йөкмәтелгән.
«Яҡташлыҡ көсө — Сила землячества» форумын Өфөлә 2021 йылдың октябрь айында үткәреү күҙ уңында тотола.