Башҡортостанда туристар көҙөн айыуҙар әүҙемләшеүе тураһында иҫкәртелде. Йылдың тап ошо миҙгелендә кешеләрҙең айыу осратыуы йышая.
«Башкирия» Милли паркында ошо сәбәпле бер нисә кемпинг ябылған. Хакимиәт: «Йәй миҙгеле тамамланыу уңайынан Нөгөш һыуһаҡлағысы яры буйында урынлашҡан «45 квартал», «2 пост», «Ясная поляна» һәм Бөрйән районында Ағиҙел буйында урынлашҡан «Антонова скала» кемпингтарында сәйәхәтселәрҙе ҡабул итмәйбеҙ», тип иҫкәртә. Турист туҡталҡаларына үтеү урындарында тимер-бетон блоктар һалынған, шлагбаум ҡуйылған. Бушаған биләмәләрҙе айыуҙар үҙ иткән.
«Башкирия» Милли паркы Башҡортостандың өс – Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән – райондары биләмәһендә урынлашҡан.