Өфөлә 240 ғаилә дүртенсе йыл фатир асыҡыстарын ала алмай. 2017 йылда сафҡа индерелергә тейешле күп ҡатлы ике йорттан мародерҙар төҙөлөш материалдарын, йылытыу торбаларын урлай башлаған. Өлөшсөләр ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән. Алданған өлөшсөләр хәҙер көндә йорттарҙы тикшереп торорға мәжбүр. Төҙөлөш туҡталыу сәбәпле егерме ҡатлы йорттарҙың беренсе ҡатынан етенсеһенә тиклем мародерҙар йылытыу торбаларын урлаған. Күп ҡатлы йорттоң фатир хужалары инде дүртенсе йыл буш вәғәҙәләр менән йәшәй. 2013 йылда төҙөлә башлаған өй, планға ярашлы, 2017 йылда сафҡа индерелергә тейеш була. Тик урындағы халыҡ әйтеүенсә, төҙөлөш туҡталыу сәбәпле, өйҙөң нигеҙе ярыла башлаған һәм шулай уҡ ҡыйыҡтан һыу аға. 2019 йылда беҙҙең хәбәрселәр был проблемалы йорт турыһында сюжет төшөргәйне. Унда “Сомострой” ойошмаһы генераль директоры аҡсанан тыш, инвестор юҡлығы ла проблема булып тора, шулай ҙа ошо арала төҙөлөш тергеҙеләсәк, тип ышандырғайны. Тик 2 йыл эсендә бында бер кирбес тә урынынан ҡуҙғалмаған. Хәҙер ике йорт та проблемалы объектар берҙәм реестрына индерелгән. Йортто 2013 йылда “Сомострой” ойошмаһы төҙөй башлай. Берәүҙәр элекке фатирҙарын һатып, яңыһы өсөн аҡса күсереп, бөтөнләй ҡыйыҡһыҙ ҡалһа, икенселәре ай буйы утыҙышар меңләп ипотека түләй. Барыр урындары булмағас, йәш ғаиләләләргә сабыйҙары менән ҡуртымға алынған бүлмәлә йәшәргә тура килә. Яңы генераль подрядсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, 1 сентябрҙән проблемалы йорттар буйынса эш башлана. Тәү сиратта, майҙанды яңы шәхси һаҡсы ойошма һаҡлаясаҡ. Ә октябрь айында төҙөлөш эштәре дауам итәсәк. Төҙөлөштө тамамлау өсөн көм тигәндә 200 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Финанслау Өлөшсөләр хоҡуғын һаҡлау фондынынан бүленә. Генераль подрядсы ойошма вәкилдәре һүҙҙәренсә, төҙөлөш тулыһынса 2022 йылдың көҙөндә тамамланырға тейеш. Тик халыҡ иһә был вәғәҙәләргә ышанмай.
Буш вәғәҙәләр
Тулыраҡ: Буш вәғәҙәләр