Бөгөн Благовар районында көслө ташҡындың юлдың бер өлөшөн ағыҙып алып китеүе тураһында билдәле булды. Раевкала урамдарҙы һыу баҫҡан. Был видеоны ҡасабала йәшәүселәр интернет селтәренә һалған. Быға тиклем Өфөнөң Калинин районында Шугуровка йылғаһы ташыу сәбәпле Шаҡшаны шәхси сектор менән бәйләүсе юл ябылды. Орджоникидзе районында урынлашҡан Вотикеево ауылы янындағы быуа ирегән ҡар һыуҙары менән тулып ярҙарынан сыҡҡас эргә тирәләге йорттарға һыу ингәйне. Сәрмәсән йылғаһында һыу кимәле артыу сәбәпле Саҡмағош районы Яңы Йомран ауылы ла һыу аҫтында ҡалды.
Республикала ташҡын һыуҙары ауыл ҡасабаларҙы баҫа башланы.
Тулыраҡ: Республикала ташҡын һыуҙары ауыл ҡасабаларҙы баҫа башланы.