Өфөлә Калинин районында урынлашҡан баҡсала янғын сыҡты. Ут бер-нисә минут эсендә йортто ялмап ала. Был Өфөлә кешеләрҙе ташҡындан һәм төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотҡарыу буйынса күнекмә сценарийы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре кәмәлә халыҡты эвакуациялау алымдарын да камиллаштырҙы. Калинин районында бихисап шәхси баҡса урынлашҡан. Ҡотҡарыусылар уларҙың барыһын да ҡарап, хужалары менән осрашырға тырыша. Йорттарына иҫкәрмәләр ҡалдыра, өйҙә булғандары менән аңлатыу эштәре алып бара.Шаҡша биҫтәһендә күптән ташҡын булғаны юҡ. Әммә, быйылғы хәлде иҫәпкә алып, баҡса хужалары алдан әйберҙәрен йыйып ҡуйған.Күнекмә барышында ташҡындан зыян күргәндәрҙе эҙләү һәм ярҙам итеү алымдары камиллаштырылды. Сценарий буйынса, дүрт кеше йәрәхәтләнгәйне. Беренсе медицина ярҙамы күрһәтелгәс, улар махсус пункттарға оҙатылды. Ташҡын осоронда йорттарҙа электр энергияһы һүндерелмәү сәбәпле ут сығыу осраҡтары арта. Был юлы күнекмәләргә янғын һүндереүселәр ҙә йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре кәмәләрҙең әҙерлеген дә тикшерҙе. Ҡағиҙа буйынса, улар ҡотҡарыу жилеттары һәм түңәрәктәре менән тәьмин ителергә тейеш.Быйыл Өфө йылғаһы 8 метр 20 сантиметрға тиклем күтәреләсәк тип көтөлә. Әгәр ул шул кимәлгә етһә, ошо ярҙа урынлашҡан баҡсаларҙы һыу баҫасаҡ.Барлығы ҡотҡарыусылар алты баҡсала булып, аңлатыу һәм беренсе ярҙам күрһәтеү эштәрен башҡарҙы. Күнекмәләрҙә ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәре лә ҡатнашты.Һуңғы көндәрҙә туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Синоптиктар әйтеүенсә, ошолай дауам итһә, ташҡын тағы ла көслөрәк буласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда күнекмәләр һәм профилактик саралар дауам итәсәк.
Өфөлә Калинин районында күнекмәләр үтте.
Тулыраҡ: Өфөлә Калинин районында күнекмәләр үтте.