Әзербайжан етәксеһе Илһам Әлиев Таулы Карабах конфликты тыныс юл менән хәл ителер тигән ышаныс белдерҙе. Ул Әрмәнстан яғынан ут асыуҙы туҡтатырға саҡырҙы. Рәсми Ереван иһә Әзербайжанды Таулы Карабах биләмәһен даими утҡа тотоуҙа ғәйепләй.
Рәсәй президенты Владимир Путин наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтте һәм федераль миграция хеҙмәтен Эске эштәр министрлығына ҡушыу тураһында иғлан итте. Бынан тыш, эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре нигеҙендә милли гвардия ла ойошторола.
Тегеран Вашингтонды 2015-се йылда ҡул ҡуйылған атом килешеүен боҙоуҙа ғәйепләй. Иран етәкселеге белдереүенсә, Америка Иранға инвестициялар һалырға теләгән компанияларға төрлөсә баҫым яһай. Белгестәр фекеренсә, ошондай юл менән Ҡушма Штаттар Тегерандың Европа менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен сикләргә ниәтләй.