Республика Хөкүмәте ошо турала күрһәтмә бирҙе.Айлыҡ барышында барлыҡ автомобиль юлдарын тәртипкә килтереү ҡарала. Ҡала һәм район хакимиәттәренә махсус бригадалар ойошторорға ҡушылған. Башҡортостанда быйыл 407 саҡырымда юлдар төҙөкләндереләсәк. Бының өсөн 11 миллиард 157 миллион һум аҡса бүленә. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында автомобиль юлдарының карта-схемаһы урынлаштырылған. Уның буйынса теләгән һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған участокты ҡарай ала. Башҡортостан юлдарында беренән 30-сы апрелгә тиклем ауыр йөк машиналары хәрәкәте лә сикләнде.
Башҡортостанда 25-се апрелдән 25-се майға тиклем юлдарҙы төҙөкләндереү айлығы башлана
Тулыраҡ: Башҡортостанда 25-се апрелдән 25-се майға тиклем юлдарҙы төҙөкләндереү айлығы башлана