Башҡортостан Италия менән хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә

Тулыраҡ: Башҡортостан Италия менән хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә

Бөгөн республика хөкүмәте вәкилдәре сит ил делегацияһы менән осрашты һәм ауыл хужалығы өлкәһендә берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһен өйрәнде.Италия белгестәре Башҡортостанда заманса теплицалар төҙөргә тәҡдим итә. Улар бер квадрат метрҙа 50 килограммға тиклем помидор һәм 80 килограмға тиклем ҡыяр үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, малсылыҡ тармағында яңы алымдар индереп, ауыл хужалығы тауарҙарының күләмен арттырыу һәм сифатын яҡшыртыу буйынса фекерҙәр яңғыраны. Италия делегацияһы Башҡортостандың ауыл хужалығы өлкәһендә ҡаҙаныштары менән яҡшы таныш. Шуға күрә, сит ил вәкилдәре түбән процент ставкаһы менән кредит бүлергә лә әҙер.